Әлеге ҡурсаланыу (изоляция) шарттарында был – тәүге әңгәмәм. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзрахман Исмәғилев менән эшләнем. Ватсап аша бәйләнешкә сыҡтым да әңгәмәбеҙҙе теркәп барҙым. Былай ҡәҙимгесә йәнле һөйләшеү барҙы, әлбиттә. Әңгәмәсенең күҙен күрмәгәс, ҡарашындағы хис-фекерҙе тотмағас, нимәлер етмәгән төҫлө тойолдо. Әммә Фәйзрахман Абдрахман улының тауышындағы ихласлыҡ әленән-әле һөйләшеүебеҙгә “утын” өҫтәп торҙо.
– Фәйзрахман ағай, хәйерле кис! Нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ оҙайлы ялдарҙа?
– Хәлдәребеҙ бик һәйбәт әле. Ошо көндәрҙә генә 65 йәшлек юбилейымды үткәреп, мине онотмағандар икән, тип шатланып ултырған булам. Дуҫтар, яҡындар килеп ҡотлап китте әле. Уларҙы оҙаттым да, ижадымдың ҙур осоро үтеп китте, мин дә ошо йәшкә барып еттем бит, тип уйланған көндәрҙә шылтыраттың.
– Нисек инде? Һеҙ ошондай мәлдә ҡунаҡ ҡаршылайһығыҙмы?..
– Юҡ, бөгөн түгел бит ул, Аллаға шөкөр, минең тыуған көн ошо хәлдәргә тиклем уҙып китеп өлгөрҙө, шуға күрә күптәр менән осрашырға форсат та булған икән. Кеше менән аралашҡандан һуң төрлө уйҙарға биреләһең. Әхмәт ағай Лотфуллин менән тығыҙ аралаштыҡ, күрше генә йәшәнек. Уның минең йәштәге ижади осорон иҫкә төшөрәм.
Барып инһәң, мандолинаһын ала ла ҡылдарын сиртә-сиртә уйнай башлай. Шунан тороп: “Әй, братан...” – тип әйтеп, картинаһына барып бер-ике һыҙып ҡуя. Үҙе көндәр буйы уйланып ултырырға яратты. Ул миңә: “Бына әле һинең типһәң тимер өҙөр осороң, шул ваҡытта эшләп ҡал, туғаным!” – ти торғайны. Олоғайған һайын эш ауырайыуына баҫым яһай ине.
Уның оҫталығына, дәрәжәһенә иғтибар итеп, ҡулынан бар нәмә лә килгәнен белгәс, көндәр буйы нимәлер уйланып, бер һыҙыҡ яһауына аптырап та ҡуйғаным булды. Ул шулай була икән. Олоғайған һайын кеше үҙенең әҫәренә тәнҡитсе күҙлегенән ҡарай башлай. Әхмәт ағай, йәш саҡта бөтә нәмәнең дә еңелерәк башҡарылыуын билдәләп, “тегенеһен-быныһын уйлап тормай эшләйһең дә ҡуяһың” тип әйтә торғайны.
– Ә, бәлки, ана шул күңелгә, йөрәккә килгәндә эшләп ҡуйыу шәберәктер ул, Фәйзрахман ағай. Әхмәт ағай шул хаҡта әйтергә теләмәнеме икән? Сөнки аҡыл килеп ҡыҫылһа, сәнғәт боҙола төҫлө миңә...
– Ана шуны әйтергә теләгән дә инде. Йәш саҡта эшләп ҡалыуҙың мөһимлеген билдәләгән. Олоғайғас, уйланып ултырыу ысынлап та сәнғәткә ҡамасаулай. Шунан йәнә лә ул: “Танылған рәссам да, академик та булып китәһең, әммә ана шул исемдәр барыһы ла рәссамдың иңенә ауырлыҡ булып та ята, һәр бер һыҙыҡ өсөн яуаплылыҡ тоя башлайһың”, – тип тә өҫтәй ине.
– Ә һеҙ был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?
– Әхмәт ағай мине алдан уҡ иҫкәртеп ҡуйған икән. Хәҙер мин ана шул ваҡытҡа килеп еттем. Йәшерәк сағымда программалы эштәрҙе еренә еткереп ҡуйырға кәрәк ул рәссамға.
– Ә исемдәр бөтөнләй бирелмәһә, нисек була? Сит илдәргә, халыҡ араһына ла сығырға кәрәк бит әле...
– Әйткәндәй, элегерәк сит илгә сығыу тураһында уй юҡ ине. Унда беҙҙе көтөп торалар тип уйлайһығыҙмы әллә? Ян Крыжевский ҡырҙа йөрөп ҡайтты. Үҙебеҙҙә ул ихтирамлы әҙәм ине, ә тегендә, Америкала, аслы-туҡлы йөрөп, кире ҡайтты, әле ижад менән шөғөлләнә. Ундай миҫалдар күп.
Бер уҡыусым Өфөгә ҡайтып күргәҙмәләрен ойошторҙо ла Израилгә китте. Үҙе йәһүд булһа ла, уға унда үҫергә ирек бирмәгәндәр. Ҡабул итмәгәндәр, үҙҙәренең рәссамдары күп һәм бер-береһенә генә ярҙам итәләр икән, уға бер килмешәккә ҡараған һымаҡ мөнәсәбәт булған. Европаға ла сығып ҡараған, күргәҙмәләр ойошторған, әммә эштәре бик ауырлыҡ менән барған. Үҙебеҙҙең Башҡортостанда, Рәсәйҙә күпкә еңелерәк миңә, Хөкүмәт тә ярҙам итә, тип әйтте ул.
– Исемдәргә барыбер иғтибар итмәйҙәр, тиһәләр ҙә, тап халыҡ араһында шуға яҡшы мөнәсәбәт белдереүселәр байтаҡмы?
– Иғтибар итәләр генә түгел, ихтирам да итә халыҡ. Бына яңыраҡ ауылымда бер мәрәкә булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙемә ижадхана төҙөп, йәйемде шунда үткәрәм. Ауылдаштарым араһында бер ҡасан да “мин шундай ҙа мин бындай” тип йөрөгәнем булманы, шуға күрә уларҙың хатта минең нимә менән шөғөлләнеүемде белмәүҙәре лә ихтимал. Әммә быйыл бер ауылдашым: “Һин шундай рәссам, дәрәжәле кеше икәнһең дә! Ниңә бер ҙә әйтмәнең?” – тип һораны. Бәй, кешенең дәрәжәһе бит уның ҡиәфәтенән бигерәк эшендә сағылырға тейеш, шулай бит? Яҡташыма ла шулай тип яуап ҡайтарҙым. Ул бер аҙ аптырап ҡалды. Бәлки, бер ҡатлыраҡ та күренгәнмендер инде ауылдашым алдында, әммә ни хәл итәһең, дөрөҫө шул. Маһайып йөрөй торғандарҙан түгелмен. Ауыл кешеһе – ул үҙе бер хазина. Уларҙа халыҡтың борондан килгән аҡыл-зиһене, аңы, йөрәк моңо сағыла.
Әле тыуған яғыма шылтыратһам, улар унда ыжламайҙар ҙа, сөнки ҡар иреп бөтөп килә, донъя мәшәҡәте күп, баҡса эштәре менән булалар, урамдан кермәйҙәр. Йорт-ҡураны рәткә килтерергә кәрәк бит ҡыштан һуң.
– Быны, йәғни ҡурсаланыуҙы, ял тип әйтеп буламы?
– Беҙ, ижад кешеләре, ғүмер буйы үҙебеҙҙе үҙебеҙ оҫтаханаларыбыҙға бикләгәнбеҙ, шуға күрә миңә ҡурсаланыумы-түгелме, әллә ни айырма һиҙелмәй, сөнки нисек ижад иткәнмен, шулай тормошом дауам итә. Карантин тигән нәмәне ғүмер буйы кисерә инде ул рәссам: һүрәтеңә текәләһең дә көн буйы нимәлер эшләп, уйланып тик тораһың. Сәй ҡайнатып эсәһең дә, хатта көн үткәне лә һиҙелмәй. Тәҙрәнән урамға ҡарап ҡына ҡайһы саҡ кешеләрҙең, машиналарҙың аҙ булыуын күреп, аптырап ҡуяһың. Телевизорҙы тоҡандырһаң, унда вирус хаҡында әйтһәләр генә, хәүеф барлығын тояһың. Ә былай, дөйөм алғанда, рәссам һаман шул үҙ донъяһында йәшәй.
– Элегерәк бер әңгәмәлә һеҙ мәктәптә уҡығанда уҡ рәссам һәләте барлығы тураһында үҙегеҙгә әйтеүҙәрен йылы итеп хәтерләгәйнегеҙ. Бер ауылдаш апай маҡтап киткән шикелле, дөрөҫ иҫләһәм...
– Эйе, мәктәптә уҡығанда бер еңгәм ғәжәп һүҙҙәр әйткән миңә. “Һүрәттәрҙе оҫта эшләйһең икән. Исмаһам, беҙҙең аранан һин кеше булып китһәң, беҙҙең хис-тойғоно, уйҙарҙы, халыҡтың тарихын сағылдырыр инең”, – тигәйне ул. Был һүҙҙәр миңә ғүмер буйы, Сулпан йондоҙ кеүек, һәр ваҡыт ҡаршымда балҡып янып торҙо. Баштан уҡ, үҙебеҙҙең халыҡ өсөн эшләргә тейешмен, тигән хыял булды. Һүрәт төшөрһәм, тик милләтем менән бәйле булырға тейеш, тигән тойғо миндә һәр саҡ йәшәй.
– “1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар”, “Салауат тураһында иртәк” кеүек эштәрегеҙ тап милли темаларға яҙылған да инде...
– Әммә бына үҙебеҙҙең М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы уларҙы алыуҙан баш тарта. Үҙем унда эшләгәндә миңә үҙемдең картиналарымды һатып алырға ярамай ине. Ә хәҙер махсус комиссия тап ошо һүрәттәрҙе һатып алмай ҙа ҡуя. Үҙемә йөҙгә бәреп хатта: “Ундай милли темалар беҙгә ҡыҙыҡ түгел!” – тип әйтә ҡайһы бер сәнғәт белгестәре. Әллә нисәмә конкурста еңгән әҫәрҙәрҙе беҙҙең музей алмай, тип мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға мөрәжәғәт иттем. Ул хупланы теләгемде, шуға көтәм әле, бәлки, быйыл картиналарҙы алырҙар? Салауат Юлаев, француздар менән һуғышты сағылдырған ҙур темалар яҡтыртылған картиналарҙы кәрәкмәй тип иҫәпләйҙәр икән, артабан эшләргә нисек ҡул барһын? Ошо хәл ижад юлымда бүрәнәләй ята...
– Уҡытыусығыҙ Рәшит ағай Нурмөхәмәтовтан нимә алдығыҙ? Ғөмүмән, уҡытыусы уҡыусыһына нимә бирергә бурыслы?
– Ул булмаһа, минең күп хыялым тормошҡа ла ашмаҫ ине. Мин, 18 йәшлек егет, сәнғәт институтына килеп керҙем, ә улар ситтә юғары белем алып, оҫталыҡтарын арттырып ҡайтҡан ҙур рәссамдар ине. Мин уның эшләүенә ҡарайым да иҫем китә торғайны. Рәшит ағай бер һыҙыҡты кәрәк урынына ғына килтереп һыҙып ҡуя, ә мин уны күпме тырышып эшләй инем. Ҡулды шымартырға, күп эшләргә, көн һайын һыҙырға кәрәк. Имтихан ваҡытында тотош бер диуарҙы тултыра ла ҡуя инем. Рәшит ағай ныҡ ышанды миңә. Вафаты алдынан Рәссамдар союзына барғайным, шунда ул йәнә йылы һүҙҙәрен әйтеп ҡайтарҙы. Уның ижадханаһын миңә бирҙеләр. Рәшит ағай миңә гелән изгелек уйлағандыр, тим. Әгәр ул булмаһа, шундай оҫтаханалар, сәнғәт институтында факультет та булмаҫ ине. Уның Башҡортостандағы һынлы сәнғәт – рәссамдар донъяһы өсөн эшләгәне баһалап бөткөһөҙ! Йәнә лә ул беҙҙе ҡыйыу булырға, уйлағаныңды тормошҡа ашырырға өйрәтте. Уны ситтә лә яҡшы белделәр, бик ихтирам иттеләр. Рәшит ағай ҙа, Әхмәт ағай ҙа – халыҡ рәссамдары.
– Бер мәл Мәскәүҙә әҙәбиәтселәр осрашыуында Әхмәт ағай Лотфуллин тураһында ла ошондай уҡ йылы һүҙҙәр ишетеп, күңел тулып, илап ебәргәйнем...
– М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының директоры булып эшләгәндә, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта йыш булырға тура килә ине. Унда һөйләшеп китәләр ҙә, Башҡортостан тураһында һүҙ сыҡһа, “Родина Лутфуллина! Родина Домашникова” тип күтәреп алалар. Ә бит Әхмәт ағай ҙа еңел генә ижад юлын үтмәне, яҙмышы ҡатмарлы булды. Нисәмәләр тапҡыр картиналарын кире ҡаҡтылар. Бер мәл Совет осоронда күргәҙмәһе ойошторолғас, өлкә комитетына саҡыртып, һүрәттәрен кире алып, Коммунистар партияһының идеологияһына тап килмәй, тип күпме ыҙалатҡандар. Емерек ауыл өйөн төшөрһә, “Быны ҡайҙан алдың, совет дәүләтендә ундайҙар юҡ!” тип хатта ижад итеүҙән тыйырға ла тырышҡандар. Ә бит ул халыҡ тормошон, ысынбарлыҡты һүрәтләне.
Әхмәт ағай ҙа бик ҡыйыу булды. Уның дөрөҫлөктө яратыуы үҙенә аяҡ сала торғайны. “Ә мин башҡаса булдыра алмайым...” – ти ине ул.
Уның геройҙарына иғтибар иткәнең бармы? Улар барыһы ла шундай ғорур, эстән көслө заттар. Әхмәт ағай миңә: “Һине улымдай яҡын күрәм”, – тип әйткәне лә булды. Унан мин әҫәр өҫтөндә тәрәнлек менән эшләргә өйрәндем.
– Уҡыусым тип кемде билдәләй алыр инегеҙ?
– Уҡыусыларым күп, әлбиттә. Күгәрсен районынан Рәфис Искәндәровтың ижади эштәре бынамын тигән. Районға ҡайтып китте лә тауыш-тыны ишетелмәй. Руслан Ғәлин оҫта ижад итә ине һүрәттәрҙе. Минсур Иҡсанов тураһында ла тик йылы һүҙҙәр әйтә алам.
Әммә бөгөн йәштәр һынлы сәнғәткә килмәй, сөнки үҙеңде ижадҡа бағышлап, ғаиләне ҡарап, аҡса эшләп булмай, тип иҫәпләй улар. Был – бик ҙур проблема. Әмир Мәжитов, Йәлил Сөләймәновтан һуң кемдәр килер икән, тип хафаланып торам.
– Иң төп әҫәрегеҙ?
– “Бала саҡтан” тигән картинам. Унда баҙап ҡалған бер малай, ағайҙарынан ҡалған әйбер кейеп, киләсәккә өмөт менән ҡарап тора. Уны мин бик оҙаҡ эшләнем, күргәҙмәгә алып барҙым. Шул ваҡытта беҙгә Урал зонаһынан комиссия килгәйне һәм улар, тап ошо картинаны юғары баһалап, был һүрәт әллә ҡайҙа эстә торорға тейеш түгел, ә күргәҙмәне аса торған әҫәр, тигән фекер әйтте. Барыһы ла аптырап ҡалды, һәм ошо ваҡиғанан һуң минең ижад өлгөләренә етди ҡарай башланылар.
Башҡорт йәштәренән беренсе булып Рәссамдар союзына алдылар, төрлө күргәҙмәләргә саҡыра башланылар, иғтибар үҙәгендә булдым. Ә башта бындай мөнәсәбәт юҡ ине, ана шул рәүешле ижад донъяһында танылып киттем. Торараҡ үҙемдең оҫтаханам булғас, ауылдарҙан килгән егеттәр менән унда йыйылыша инек, улар хатта унда йәшәп тә йөрөнө. Торорға урын кәрәк бит инде тәүге мәлдә. Әхмәт ағай күрше генә ижадханала эшләгәс, йәштәр менән йыш осраша, оҫталыҡ дәрестәре бирә торғайны, былар барыһы ла беҙҙең өсөн файҙалы булды.
“Бала саҡтан” картинам ысын мәғәнәһендә, шул һүрәттәге малайҙыҡы һымаҡ, өмөттәремде аҡланы.
– Нимә төшөрәһегеҙ килә бына бөгөн?
– Ҡәләмдәшем Илдар Ғаянов менән башлаған саҡта башҡорттарҙың хәрби тарихын һынлы сәнғәттә һүрәтләргә теләгәйнек. Салауатты, француздарға ҡаршы һуғышты сағылдырҙыҡ. Ә бит тарихыбыҙ бик бай. Мәҫәлән, башҡорттарҙың “Порт-Артур” тигән йыры бар. Бына ошо хаҡта бер картина тыуҙырырға була. Барып күреп, йырҙың тарихын ныҡлап өйрәнеп, бынамын тигән картина яҙырға мөмкин.
Йәнә лә Афғанстанда күпме милләттәшебеҙ ятып ҡалды. Ошо хаҡта ла яҙғы килә. Был бит шулай уҡ башҡорт егетенең Рәсәйгә биргән антына тоғролоғо!.. Шулай уҡ күпме әсәйҙәрҙең күҙ йәше!.. Әҙер картина темалары. Быларҙы беҙ яҙмаһаҡ, беҙҙең тарих башҡа берәүгә лә кәрәк түгел.
Яңыраҡ француздарға ҡаршы һуғыш хаҡында бер кино ҡараным. Шунда казактар йөрөп ята, ә бер башҡорт та күренмәне. Шул уҡ мишәр ҙә юҡ.
Ошолар хаҡында балаларыбыҙға һөйләмәһәк, кем уларҙың иҫенә төшөрһөн. Картина галереяларында ошо хаҡтағы һүрәт торһа, халыҡ шунда уҡ ҡыҙыҡһына, уйлана башлай. Юҡтан ғына һүрәт тыумай бит.
Чечен Республикаһындағы ҡораллы конфликтта ла башҡорттар ҡан ҡойған. Былар барыһы ла – минең теләк-маҡсаттар. Уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн юлдағы бүрәнәне алырға кәрәк.
“1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар” тигән картинаны халыҡҡа сығарғас, беҙгә лә күпме бәйләнделәр. Ә бит милли теманы сағылдыра башлағас, күпме рәссам дәртләнеп киткәйне. Аҙаҡ шундай өнһөҙ тыйыу булғас, күптәрҙең яңынан юлы быуылып ҡалғандай булды, сөнки ижад кешеһенең рухы төшә, күңеле ҡайта. Азамат ағай Байрамғоловтың эштәрен бер күрһәттеләр ҙә шуның менән бөттө. Ул үлеп китте, уның эшен хәстәрләргә кәрәк, юҡҡа сығарырға ярамай бит. Ҙур картиналар хәҙер ҡайҙа яталыр инде?!
– Ә ниндәй әҫәрегеҙҙе Третьяков галереяһына алдылар?
– “Толпар” картинаһын.
– Әле рәссамдар донъяһында ниндәй яңылыҡтар бар?
– Йәлил Сөләймәновтың күргәҙмәһе асылды. Уны мотлаҡ барыһына ла барып күрергә ине. Бына әлеге ҡурсаланыу мәлендә, бәлки, онлайн күргәҙмә лә эшләрҙәр, кем белә. Әммә, нисек кенә булмаһын, шул бынамын тигән картиналарҙы күрергә кәрәк. Ғөмүмән, рәссамдар тураһында матбуғатта ла йыш яҙып бармайҙар, шуға күрә иғтибар артыуын теләр инем. Сәнғәттең ниндәй генә төрө булһа ла, улар халыҡтың зауығын үҫтереүгә хеҙмәт итә, улар кешеләрҙә юғары тойғолар, изге маҡсаттар уята. Бигерәк тә бөгөнгө хәл-торошта йәш быуынға күберәк үҙ тарихыбыҙ, көнитмешебеҙ, үҙебеҙҙең шәхестәр тураһында һөйләргә кәрәк. Ошо хәлдәр үткәс, йәштәр менән осрашып, оҫтаханамда һынлы сәнғәт тураһында һөйләшергә уйлайым. Кемдәр өсөн рәссамдар донъяһы ҡыҙыҡлы, рәхим итерҙәр!
«Башҡортостан» гәзите 17.04.2020 Автор: Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште